

5 июндән 11-нә тиклем Ҡазанда XVI «Науруз» халыҡ-ара театр фестивале ойошторола. Фестиваль программаһында — Төркиәнән, Ҡаҙағстандан, Үзбәкстандан, Ҡырғыҙстандан, шулай уҡ Рәсәй төбәктәренән: Төньяҡ Осетия-Аланиянан, Адыгеянан, Дағстандан, Чечен Республикаһынан, Ҡабарҙы-Балҡарҙан, Сыуаш Республикаһынан, Саха-Яҡутстандан, Алтайҙан, Тыванан һәм Татарстандан 29 спектакль.
Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, XVI «Науруз» халыҡ-ара театр фестивалендә М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры «Беҙ... Вариҫтар» спектаклен күрһәтә (режиссеры —Рима Харисова).
Быйыл «Науруз» Төньяҡ Кавказ халыҡтарының театр сәнғәте эгидаһы аҫтында үткәрелә. Фестивалгә меңдән ашыу ҡатнашыусы килә.
«Науруз» дың махсус ҡунаҡтары — баш ҡаланың «Драма сәнғәте мәктәбе» һәм «Et cetera» театрҙары. Спектаклдәр асыҡ һауала күрһәтелә.
Фестиваль программаһы менән һылтанма буйынса танышырға мөмкин.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.