

2-6 июндә Мәскәүҙә илдең иң ҙур әҙәби фестивале — IX «Ҡыҙыл майҙан» китап фестивале ойошторола. Унда 400-ҙән ашыу нәшриәт ҡатнаша.
Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте ошо китап фестиваленә йыл да бара. Быйыл нәшриәт хеҙмәткәрҙәре 2 мең дананан ашыу китап — фәнни-популяр, балалар өсөн, тарихи, нәфис әҙәбиәт, һүҙлектәр, календарҙар тәҡдим итергә йыйына.
Нәшриәттең продукцияһын «Рәсәй Төбәктәре» павильонында — 16-сы сатырҙа табырға мөмкин.
«Башинформ» яҙғанса, май аҙағында Өфөлә тәүге тапҡыр «Китап байрамы» халыҡ-ара китап йәрминкәһе уҙҙы. Йәрминкәлә Рәсәйҙең 16 төбәгенән һәм 6 илдән бөтәһе 206 ойошма ҡатнашты.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.