08:36 (UTC+5), 30 Мая 2023

Республика премьер-министры «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһындағы үҙгәрештәр хаҡында хәбәр итте

Ләйлә Аралбаева

Муниципалитеттарҙа «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһы буйынса мәҙәниәт белгестәренә бер тапҡыр бирелә торған аҡса биреү дауам итә, тип белдерҙе Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров. Уның һүҙҙәренсә, быйыл йәнә 30 белгескә дәүләт ярҙамы күрһәтелә. Республика Башлығы Радий Хәбировтың ҡарары буйынса түләүҙең күләме 1 миллион һумға тиклем арттырылды.

Түләү торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн бирелә. Шулай уҡ Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса быйылдан аҡсаны шәхси автотранспорт һатып алыуға йүнәлтергә мөмкин.

«Тейешле ҡарарҙы хупланым, — тип хәбәр итте Андрей Назаров социаль селтәрҙә. — Түләүҙе квалификациялы, профилле белемле, мәҙәниәт өлкәһендә эшләгән, 2021 йылдан мәҙәниәт өлкәһендә белем биреү эшмәкәрлеген алып барған, бер һәм унан күберәк ставкаға эшкә урынлашҡан 35 йәшкәсә белгестәр алырға хоҡуҡлы».

Башҡортостанда «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһы буйынса 90 йәш белгескә ярҙам күрһәтелгән. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бынан алдараҡ «Башинформ» программа унда ҡатнашыусыларҙың тормошон нисек үҙгәртеүен хәбәр иткәйне.

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика