Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-3 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
30 Май 2023, 17:26

Башҡортостанда композитор Айрат Ҡобағошовтың хәтере мәңгеләштерелде

социаль селтәрҙәр
Фото: социаль селтәрҙәр

Башҡортостанда билдәле башҡорт композиторы, фольклорсы, профессор Айрат Ҡобағошовҡа мәрмәр һәйкәл ҡуйылды. Көйөргәҙе районының Таймаҫ ауылында уҙған сарала район хакимиәте башлығы Юлай Ильясов, ижадсының яҡындары, туғандары, ауылдаштары ҡатнашты. Мәшһүр музыка эшмәкәре, фольклорсы-ғалим, педагог, күренекле композитор рухына унда Ҡөрьән уҡылды.

«Айрат Ҡобағошов — районының ғына түгел, барлыҡ республиканың ғорурлығы. Уның һымаҡ һәләтле шәхестәр бик һирәк тыуа. Был һәйкәлде уға композиторҙың бер туған ҡустыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған скульпторы Өлфәт Ҡобағошов эшләне. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул үҙе лә бөгөн яҡты донъяла юҡ. Ағалы-ҡустылы билдәле шәхестәргә киләсәктә Таймаҫ гимназияһында таҡтаташ асырға һәм район үҙәгенең яңы урамдарының береһенә уларҙың исемен бирергә тигән тәҡдимдәр ҙә урынлы», —  тине район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Юлай Ишмөхәмәтов.

Айрат Ҡобағошов (1950-21) башҡорт композиторҙар мәктәбенең сағыу вәкилдәренең береһе ине. Ул – опера, симфоник, хор, камера-инструменталь һәм камера-вокаль әҫәрҙәр, халыҡ уйын ҡоралдары оркестры өсөн әҫәрҙәр, драма спектаклдәре һәм киноға музыка яҙған, бик күп йырҙар авторы.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2023-05-30/v-bashkirii-uvekovechili-pamyat-kompozitora-ayrata-kubagusheva-3280919

Автор: Ләйлә Аралбаева
Читайте нас