Өфөлә «Китап байрамы» халыҡ-ара китап йәрминкәһендә «Башҡортостандың сигелгән картаһы» республика проектының презентацияһы уҙҙы. Байрамдың тәүге көнөндә прокт менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров танышты. Ул картала үҙенең тыуған Ишембай районын эҙләп тапты.
Халыҡ ижады үҙәгенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, туҡымала муниципалитеттарҙың тәбиғәт ҡомартҡыларын, уларҙа йәшәгән халыҡтарҙың уникаль традицияларын да күрергә мөмкин.
Картала республиканың 54 муниципаль районы һүрәтләнгән. Эштә ярым аҫыл таштар, сәйлән, таҫмалар, күн, кейеҙ, алтын, көмөш ептәр һәм сигеү техникаһы файҙаланылған.
Рәсми асыу тантанаһында сәләмләү һүҙе менән Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры Салауат Кирәев сығыш яһаны. Сигелгән карта ҡыҫҡа ваҡыт эсендә әҙер булды, тип билдәләне ул.
— Сигелгән карта менән эш тулыһынса тамамланмаған, проекттың каталогын әҙерләйбеҙ. Августа Башҡортостандың сигелгән картаһы Сыуашстан Республикаһының Чебоксар ҡалаһында «Сигелгән Рәсәй» фестивалендә ҡатнаша, — тине Салауат Илгиз улы һәм проектты бойомға ашырыуҙа ҡатнашыусыларҙың барыһына ла рәхмәт белдерҙе.
Республика халыҡ ижады үҙәгенән сигеү оҫталарына рәхмәт хаттары тапшырылды.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Башҡортостандың сигелгән картаһы» — Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, республика райондары һәм сигеү оҫталарының Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына тормошҡа ашырған проекты.


© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.