09:20 (UTC+5), 26 Мая 2023

Өфөгә үҙенсәлекле китап — изге Усман Ҡөрьәненең ҡулъяҙма күсермәһе килде

Ләйлә Аралбаева

Өфөлә «Китап байрамы» халыҡ-ара йәрминкәһен асыу тантанаһында сағыу, мөһим ваҡиға булды. Республика етәксеһе тәҡдиме менән үҙенсәлекле тарихи китап Башҡортостанға килде. 100 йыл элек уның төп нөсхәһе Өфөгә килтерелә. Был — изге Усман Ҡөрьәненең ҡулъяҙма күсермәһе, Ташкентта Ҡөрьән музейында һаҡланған китаптың берҙән-бер алтын күсермәһе.

«Бөгөн беҙҙә тағы бер әһәмиәтле ваҡиға — Башҡортостан йәнә Усман Ҡөрьәненең ҡулъяҙма күсермәһенә эйә булды, — тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. — Мосолмандар ошо ваҡиғаның оло әһәмиәткә эйә булыуын белә. Был беҙҙең өсөн ҙур мәртәбә һәм яуаплылыҡ. 1923 йылға тиклем әлеге Ҡөрьәндең күсермәһе Башҡортостанда һаҡланған, ләкин Пакистан республикаһының үтенесе буйынса Ҡөрьән Үзбәкстанға оҙатылған, бөгөнгәсә Ташкенттағы музей-мәҙрәсәлә һаҡлана. Үзбәкстандағы дуҫтарыбыҙ ярҙамы менән Ҡөрьәндең алтын хәрефтәр менән яҙылған берҙән-бер ҡулъяҙма күсермәһе бөгөн бында. Ҡөрьәнде Милли музейыбыҙған тапшырабыҙ, ә һуңынан Ҡөрьәндең күсермәһе Евразия күсмә цивилизациялар музейында һаҡланыр».

Беҙҙең көндәргә килеп еткән ҡулъяҙма ислам донъяһы мосолмандарының ғорурлығы булып тора. Әлеге ваҡытта боронғо ҡомартҡы Үзбәкстанда Хәҙрәт имам комплексы биләмәһендәге Муйи Мөбәрәк мәҙрәсәһендә һаҡлана.

Бөтә донъяға билдәле Ғосман Ҡөрьәненең күсермәһе Башҡортостан Республикаһының Милли музейына ваҡытлыса һаҡлауға тапшырылды.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2023-05-26/v-ufu-pribyla-unikalnaya-kniga-rukopisnaya-kopiya-svyaschennogo-korana-osmana-3273578

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика