


26-28 майҙа Өфөнөң Совет майҙанында, «Китап байрамы» халыҡ-ара китап йәрминкәһендә, «Китап бүләк ит» һәм «Китаптың яңы тормошо» хәйриә акциялары ойошторола. Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының социомәҙәни эшмәкәрлек бүлеге етәксеһе Ирек Иманғәлин Республикаға идара итеү үҙәгенән «Сәләм» тапшырыуы эфирында ошо хаҡта һөйләне.
Һәр кем балалар йорттары, дауаханалар, хоспистар, мәктәптәр һәм китапханалар өсөн китаптар тапшыра ала.
«Махсус йыйыу пункттары асыла. Күп кенә нәшерселәр Өфө хосписына әҙәби йыйынтыҡтар тапшырырға теләк белдерҙе», — тип билдәләне эфир ҡунағы.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, сара Башҡортостан Башлығы булышлығында ВДНХ-ла Мәскәү халыҡ-ара китап күргәҙмә-йәрминкәһе һәм «Ҡыҙыл майҙан» китап фестивале кеүек ойошторола.
Фестивалдең киске программаһында — артистар Даниил Спиваковский, Дмитрий Дюжев, Дарья Мороз башҡарыуында моноспектаклдәр һәм әҫәрҙәрҙе тасуири уҡыу.
Йәрминкәнең көндәлек эше Рәсәй һәм башҡорт әҙәбиәтенең классик әҫәрҙәре — «Кеше яҙмышы», «Өс таған», «Ал елкәндәр» буйынса нәфис фильмдар күрһәтеү менән тамамлана.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.