10:15 (UTC+5), 17 Мая 2023

Мәләүездә шағир һәм журналист Ғәли Ильясов исемендәге ҡурайсылар конкурсы үтте

Альмира Давлетбаева

Мәләүездә билдәле башҡорт шағиры, яҙыусы һәм журналист Ғәли Ильясов исемендәге ҡурайсылар конкурсы ойошторолдо. Башҡарыусыларҙы жюри баһаланы, улар араһында күренекле шәхестең ҡыҙы — Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы Сәйҙә Ильясова ла бар ине. Был хаҡта «Башинформ»ға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

Мәләүездең «Яугир» хәрби-патриотик клубы ойошторған сара Өфөнән, Салауаттан, Ишембайҙан, Мәләүездән һәм Башҡортостандың яҡын райондарынан йәш башҡарыусыларҙы, башҡорт халыҡ музыкаһын һөйөүселәрҙе йәлеп итте.

— Конкурстың үҙенә иғтибар йәлеп итеүенә шатбыҙ. Ойошманың төп бурыстарының береһе — көслө һәм сыҙамлы, үҙ мәҙәниәтен һәм тамырҙарын хөрмәт иткән күп яҡлы шәхес тәрбиәләү, — тип һөйләй «Яугир» клубы рәйесенең мәҙәниәт һәм илһөйәрлек рухында тәрбиәләү буйынса урынбаҫары Илһам Яҡупов.

Сараға ҡурайсылар династияһы ла килгәйне. Гран-приҙы Салауат ҡалаһынан В. Спиваковтың Йәш таланттар музыка мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Айрат Тимеров яуланы, ә уның атаһы Вәсил Тимеров башҡа йәш ҡурайсыларҙың атайҙары менән менән ярышты. Бүләктәрҙең береһен үҙ категорияһында Б.Ғайсин исемендәге Талбазы музыка мәктәбе уҡыусыһы Батырхан Ғайсин алды, ә уның атаһы Фәим Ғайсин икенсе дәрәжә лауреат булды.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2023-05-16/v-bashkirii-proshel-konkurs-kuraistov-imeni-poeta-i-zhurnalista-gali-ilyasova-3260361

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика