11:11 (UTC+5), 16 Май 2023

Өфөлә Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев сайтының презентацияһы үтте

Фото: Башҡортостан Милли архивының матбуғат хеҙмәте
Ләйлә Аралбаева

Башҡортостандың Милли архивында билдәле шағир, ғалим-филолог, публицист, йәмәғәт эшмәкәре Рауил Бикбаевтың тормошо, ижтимағи, фәнни һәм ижади эшмәкәрлеге менән бәйле материалдарҙың мультимедиа архивы — «Рауил Бикбаев» сайты менән таныштырыуға арналған тантаналы сара үтте. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына Башҡортостан Республикаһы Милли архивының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

Республиканың төп архив учреждениеһына Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ҡәҙим Аралбаев, шағирә, Салауат Юлаев ордены кавалеры Тамара Юлдашева-Искәндәриә, шулай уҡ Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейы мөдире, филология фәндәре кандидаты Ғәҙилә Бүләкова килде.

Тәүҙә ҡунаҡтарға Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 78 йыллығына арналған күргәҙмә менән танышыу мөмкинлеге бирелде. Ата-бабаларыбыҙҙың хәрби һәм хеҙмәт батырлығын сағылдырған бик күп документтар, фотоһүрәттәр һәм китаптар уларға ныҡ тәьҫир итте.

Һуңынан сара архивтың уҡыу залында дауам итте, унда Рауил Бикбаевтың шәхси архивындағы документтарҙан һәм китаптарынан күргәҙмә ойошторолғайны.

«Әлеге мультимедиалы архив Башҡортостан Республикаһы Башлығының 2019 йылдың 1 октябрендәге «Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Төхвәт улы Бикбаевтың хәтерен мәңгеләштереү тураһында» указын үтәү маҡсатында әҙерләнгән», - тип билдәләне республиканың архив эштәре буйынса идаралығы етәксеһе Илһам Фәтҡуллин.

Күренекле шағир, филология фәндәре докторы, профессор, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Рауил Бикбаевтың шәхси архивындағы документтарҙы архивҡа шағирҙың тормош иптәше Фәриҙә Яҡуп ҡыҙы тапшырған. Фондта халыҡ шағирының ижади, фәнни, йәмәғәт эшмәкәрлеген сағылдырған материалдар, шул иҫәптән ҡулъяҙмалары, донъя күргән китаптары, фотоһүрәттәре тупланған.

Архивтың баш белгесе Руслан Сәйетғәлин Рауил Бикбаевтың сайты, уның бүлектәре менән таныштырҙы. Мәктәп уҡыусылары, студенттар, тикшеренеүселәр һәм шағирҙың биографияһы, ижады менән ҡыҙыҡһыныусылар өсөн сайттағы документтарҙың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ.

«Рауил Бикбаев» сайты менән һылтанма буйынса танышырға мөмкин.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2023-05-15/v-ufe-sostoyalas-prezentatsiya-sayta-narodnogo-poeta-bashkortostana-ravilya-bikbaeva-3258862

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика