11:32 (UTC+5), 12 Мая 2023

Өфөлә легендар комдив Миңлеғәле Шайморатов тураһында китап донъя күрҙе

Ләйлә Аралбаева

Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә йәнә тарихсы Фәрит Вәхитовтың «Генерал Шайморатовтың триумфы һәм фажиғәһе» исемле китабы баҫылып сыҡты. Йыйынтыҡ «Мәктәп китапханаһы» серияһында сыҡты. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, китаптың тәүге баҫмаһы 2019 йылда легендар комдивтың тыуыуына 120 йыл тулыуға бағышланғайны.

Баҫмала 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың тормошо һәм хәрби эшмәкәрлеге һүрәтләнә, тип хәбәр иттеләр «Башинформ»ға нәшриәттең матбуғат хеҙмәтенән.

Фәрит Вәхитов – билдәле журналист, тарихсы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Журналистар союзы ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ш.Хоҙайбирҙин исемендәге республика премияһы лауреаты. Бөйөк Ватан һуғышы темаһын ентекле өйрәнгән. Автор Шайморатов тураһында китап өҫтөндә 30 йылдан ашыу эшләгән, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы һуғышҡан урындарҙа булған. Китапта легендар геройҙың әҙәби образын тыуҙырырға ынтылған. 

«2002 йылда, республиканың Хәрби Дан музейында ғилми хеҙмәткәр булып эшләгәндә, Башҡорт кавалерия дивизияһының ветерандар советы архивына тап булдым. Бер нисә документты өйрәнгәс, мин Подольскиға, Рәсәй Оборона министрлығының үҙәк архивына барҙым. Унда 10 көн булдым, бер йылдан һуң тағы 10 көн, бик күп һорауҙарыма яуап эҙләнем», - ти автор.

Баҫма киң ҡатлам уҡыусыларға, шулай уҡ урта һәм өлкән йәштәге мәктәп уҡыусыларына тәғәйенләнгән.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2023-05-12/v-ufe-izdali-knigu-o-legendarnom-komdive-minigali-shaymuratove-3254700

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика