05:15 (UTC+5), 11 Мая 2023

«Китап байрамы» халыҡ-ара йәрминкәһендә «Ҡобайыр-шоу» этно-концерты була

Фото: Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте
Ләйлә Аралбаева

26 майҙа Өфөлә «Китап байрамы» халыҡ-ара китап йәрминкәһе барышында «Ҡобайыр-шоу» этно-концерты була. Унда Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙән башҡарыусылар ҡатнаша, тип хәбәр иттеләр «Башинформ»ға республика Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Башҡортостандан, Алтайҙан, Дағстандан, Саха Яҡутстандан, Ырымбур, Силәбе өлкәләренән, Мәскәүҙән, Екатеринбургтан, шулай уҡҠытайҙан, Ҡырғыҙстандан, Малайзиянан, Үзбәкстандан сәсәндәр бер сәхнәгә йыйыла.

Концертта мультиинструменталист Зәйнетдин, «Елмәрҙәк» этно-төркөмө (Белорет районы), «Юлдаш» халыҡ вокаль-инструменталь төркөмө (Салауат районы) сығыш яһай.

Сара БДПУ алдындағы майҙанда киске сәғәт 6-ла башлана.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2023-05-10/etno-kontsert-kubair-shou-proydet-v-ramkah-mezhdunarodnoy-knizhnoy-yarmarki-kitap-bayram-3252251

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика