
20 апрелдә онлайн һәм офлайн форматта башҡорт теленән халыҡ-ара диктант үткәрелә. Был турала «Башинформ»ға акцияны ойоштороусылар хәбәр итте.
Акцияла офлайн режимында ҡатнашыу өсөн түбәндәге майҙансыҡтар эшләй:
Офлайн майҙансыҡтар исемлеген акцияның рәсми сайтында ҡарарға һәм теркәлергә мөмкин.
20 апрелдә Башҡортостан юлдаш телевидениеһы телеканалында, «Бәйләнештә» социаль селтәрендә, телеграм-каналда диктаторҙар диктант тексын тура эфирҙа уҡый башлай:
— сәғәт 11-ҙән 12-се 25 минутҡа тиклем – башҡорт телен башланғыс кимәлдә белгәндәр өсөн;
— 12-се яртынан 12-гә – башҡорт телендә иркен аралашҡандар өсөн;
— 1-се 5 минуттан 1-се яртыға – башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында һөйләшкәндәр өсөн.
Яҙып бөткәс, диктант яҙылған ҡағыҙҙы фотоға төшөрөп, 2023 йылдың 23 апреленә ҡәҙәр Bashdiktant2023@mail.ru электрон почтаһына йәки телеграм-ботҡа ебәрергә кәрәк.
Акцияның рәсми йомғаҡтары 30 көн эсендә https://bashdictant.ru/ сайтына урынлаштырыла.
Быйыл да акцияның алып барыусыһы – алыштырғыһыҙ Наил Юнысов, ул дүртенсе йыл инде диктанттың тура эфирын алып бара. Диктант тексын Салауат Сәғитов, Илшат Вәзиғәтов һәм ҡаҙаҡ милләтенән булған башҡорт теле уҡытыусыһы Ильяс Һағынбәк уҡый, уларҙы профессор-филологтар әҙерләй.
Акцияны ойоштороусылар —Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы, Мәҙәниәт министрлығы, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Өфө фән һәм технологиялар университеты һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.