

26-28 майҙа Өфөлә тәүге тапҡыр «Китап байрамы» халыҡ-ара йәрминкәһе уҙғарыла. Сара бер нисә майҙансыҡта ойошторола. Уларҙың береһендә — М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты янында «Башҡортостандың сигелгән картаһы» республика проектының презентацияһы була.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Башинформ» хәбәр иткәнсә, картаны оҫталар ҡул менән сигә. Унда муниципалитеттарҙың тәбиғәт ҡомартҡыларынан тыш, уларҙың биләмәһендә йәшәгән халыҡтарҙың үҙенсәлекле йолаларын күрергә мөмкин.
Башҡорт дәүләт педагогия университетында өс көн дауамында «Сигеү. Башҡарыу техникаһының төрлөлөгө һәм үҙенсәлектәре» тигән темаға семинар ойошторола, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Китап байрамы» халыҡ-ара йәрминкәһе барышында Совет майҙанында, Милли музейҙа, Милли китапханала, шулай уҡ нәшриәттәрҙең һәм китап магазиндарының күргәҙмә майҙансыҡтарында төрлө саралар: китап һатыу-күргәҙмәһе, оҫталыҡ дәрестәре, авторҙар менән осрашыуҙар, тасуири уҡыу конкурстары, иң яҡшы әҫәрҙәр буйынса моноспектаклдәр, экранлаштырыуҙар була.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.