15:01 (UTC+5), 14 Апреля 2023

«Кәкүк сәйе - 2023» республика этнофестивалендә ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул ителә

Ләйлә Аралбаева

«Кәкүк сәйе - 2023» республика этнофестивалендә ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул ителә. Фестиваль үҙешмәкәр халыҡ ижадының төрлө йүнәлештәге фольклор коллективтары, саҡырылған коллективтар һәм айырым башҡарыусылар араһында ойошторола.

Проект башҡорт халҡының милли-мәҙәни үҙенсәлеген, йолаларын һәм халыҡ байрамдарын һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән. Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, байрам 20 майҙа Нуриман районы Павловка ауылының «Павловка паркы» үҙәге биләмәһендә уҙғарыла.

Этнофестивалдә «Иң яҡшы кейем», «Иң яҡшы фольклор коллективы», «Иң яҡшы сәй», «Иң яҡшы байрам символы (кәкүк)» номинациялары буйынса конкурстар була.

Сараның программаһында: номинациялар буйынса конкурстар, оҫталыҡ дәресе, башҡорт сәйенең презентацияһы, М.В. Гордеевтың фитоүҙәге, халыҡ ижады әйберҙәре, ҡулдан эшләнгән биҙәүестәр һәм сувенирҙар һатыу-күргәҙмәһе, «Кәкүк сәйе - 2023» республика этно-фестивалендә ҡатнашыусыларҙы бүләкләү.

Ғаризаны 2023 йылдың 20 майына тиклем «Кәкүк сәйе - 2023» билдәһе менән Республика халыҡ ижады үҙәгенең электрон адресына (ontrcnt@bk.ru) ебәрергә кәрәк.

Фестивалде ойоштороусылар: Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Нуриман районы хакимиәте, «Павловка паркы» тау саңғыһы үҙәге.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2023-04-13/idet-priem-zayavok-na-uchastie-v-v-respublikanskom-etnofestivale-kukushkin-chay-2023-3219089

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика