Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.51
-0.79
98.91
-0.65
87.67
-0.23
9+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
13 Апрель 2023, 10:52

Башҡорт опера һәм балет театрында — яңы генераль директор

Башҡорт опера һәм балет театрында республика мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Наталья Лашина бөгөн яңы генераль директор менән таныштырҙы. Был вазифаға музыкаль етәксе, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты Александр Алексеев тәғәйенләнде.

— Һеҙ театрҙың традицияларын һәм Ҙур театр менән проекттарҙы дауам итерһегеҙ тип ышанабыҙ, был — Башҡортостан Республикаһының бренды, визит карточкаларының береһе, — тине Наталья Лапшина һәм коллективтың ярҙам итеренә өмөт белдерҙе.

Ете йыл Башҡорт опера театрына етәкселек иткән Илмар Әлмөхәмәтов Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтына эшкә күсте, 12 апрелдән ул юғары уҡыу йортоноң ректоры вазифаһын башҡара.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2023-04-13/v-bashkirskom-teatre-opery-i-baleta-predstavili-novogo-vrio-gendirektora-3218223

Автор:Ләйлә Аралбаева
Читайте нас: