05:56 (UTC+5), 04 Апреля 2023

Республикала Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһына эштәр ҡабул ителә

Фото: Олег Яровиков
Ләйлә Аралбаева

2023 йылдың 3 апреленән 1 июленә тиклем Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһына конкурс материалдары ҡабул ителә. Был премия 2021 һәм 2022 йылдарҙағы әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге хеҙмәттәр өсөн тапшырыла, тип хәбәр иттеләр «Башинформ»ға Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетынан.

Премиялар менән бүләкләүҙең төп маҡсаты —  Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәтен һәм сәнғәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергән йәш яҙыусыларҙы, рәссамдарҙы, артистарҙы, музыканттарҙы, архитекторҙарҙы һәм режиссерҙарҙы бүләкләү.

Премияға шәхсән дә, авторҙар коллективы ла (5 кешегә тиклем) дәғүә итергә мөмкин. Уларҙың йәше 35-тән артмаҫҡа тейеш.

Премия тураһында положение һәм әҫәрҙәргә, эштәргә талаптар Башҡортостан Республикаһының министрҙар кабинеты ҡарарында күрһәтелгән. Материалдар эш көндәрендә иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем Өфө ҡалаһы, Аксаков урамы, 2 адресы буйынса ҡабул ителә. Йәштәрҙең башланғыстарына булышлыҡ итеү бүлегенең әйҙәүсе белгесе Диана Айрат ҡыҙы Исмәғилева менән бәйләнешкә сығырға мөмкин, тел. +7 927 306-82-73, эл. почта Ismagilova.DA@bashkortostan.ru.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2023-04-03/v-bashkirii-nachalsya-priem-zayavok-na-soiskanie-gosudarstvennoy-molodezhnoy-premii-imeni-shayhzady-babicha-3202986

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика