Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.59
+0.15
99.79
+0.07
89.76
-0.34
14+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
28 Март 2023, 16:34

Башҡортостанда яҙыусы Мәрйәм Бураҡаеваның 80 йәшенә арналған юбилей саралары уҙҙы

Иҫәнғол ауылында «Бураҡаева уҡыуҙары» ғилми-ғәмәли конференцияһы уҙҙы. Сара яҙыусы, уҡытыусы, билдәле йәмәғәт эшмәкәре Мәрйәм Бураҡаеваның 80 йәшлек юбилейына арналды, тип хәбәр итә «Башинформ».

Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы Бураҡаева — 1981 йылдан Яҙыусылар союзы ағзаһы, бик күп повесть һәм хикәйә китаптары авторы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәми Ғарипов һәм Зәйнәб Биишева исемендәге премиялар лауреаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының миҙалы менән бүләкләнгән, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Ейәнсура районының почетлы гражданы, Рәсәй Федерацияһының почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы. Драматург Халдун Танерҙың 100 йыллыҡ юбилейына бағышланған Халыҡ-ара төрки телдәрҙә яҙылған сәхнә әҫәрҙәре конкурсында уның «Күләгә» пьесаһы төп призға лайыҡ булды.

Республикала илһөйәрлек тәрбиәләүҙә һәм туған телде, мәҙәниәтте һаҡлауҙа мөһим роль уйнаған этнопедагогика буйынса беренсе күләмле конференция —«Бураҡаева уҡыуҙары» гимназия-мәктәп уҡытыусыларын һәм директорҙарын ғына түгел, шулай уҡ Өфө, Стәрлетамаҡ, Бөрө, Сибай юғары уҡыу йорттары ғалимдарын да йыйҙы. Мәрйәм Бураҡаева исемендәге Иҫәнғол башҡорт гимназияһы республиканың 19 районынан һәм ҡалаһынан, шулай уҡ Силәбе, Ырымбур өлкәләренән 80-дән ашыу ҡатнашыусыны ҡабул итте. Иртәнән үк яҙыусының тормошо һәм ижады тураһында фотокүргәҙмә, гимназия балаларының ижады һәм ҡаҙаныштары күргәҙмәһе буйлап  экскурсиялар башланды. Тантаналы асыу өсөн гимназия уҡыусылары бай концерт программаһы әҙерләгәйне. Биш асыҡ дәрес һәм биш күрһәтмә дәрес күрһәтелде. Конференцияға әҙерлектең беренсе этабында ебәрелгән 70-кә яҡын дәрестең видеояҙмалары өс номинацияла баһаланды.

Гимназияла Этнопедагогика музейы асылыуы уникаль ваҡиға булды.

Кисен Иҫәнғол район мәҙәниәт йортонда ижад кисәһе үтте. Унда Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаттары Зариф Байғусҡаровтың,  Эльвира Айытҡолованың ҡотлау телеграммалары уҡып ишеттерелде. Ейәнсура районы хакимиәте башлығы Дәмин Юланов юбилярҙы сәләмләп, уға Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың почет грамотаһын тапшырҙы. Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығының китап сығарыу бүлеге етәксеһе Гүзәл Алмаева Радий Хәбировтың ҡотлауын башҡорт телендә уҡып ишеттерҙе.

«Беҙ һеҙҙе талантлы башҡорт яҙыусыһы һәм журналисы, туған халҡының хәстәре менән янып йәшәгән йәмәғәт эшмәкәре булараҡ беләбеҙ һәм хөрмәт итәбеҙ», — тиелә Башҡортостан Республикаһы Башлығының ҡотлауында.

Юбилярға Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығының «Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы» билдәһе тапшырылды. Мәрйәм Сабирйән ҡыҙын Башҡортостандың Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзаһы Хәлил Рәхмәтуллин ҡотланы. 2021 йылда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән Иҫәнғол ауылындағы башҡорт гимназияһына уға нигеҙ һалған милләттәшебеҙ Мәрйәм Бураҡаеваның исеме бирелгән.

Этнопедагогика буйынса беренсе конференцияның гимназия эшләй башлағандың тәүге йылында, 1993 йылда ойошторолоуы иғтибарға лайыҡ. Ошо конференциянан һуң башҡорт мәктәптәрендә «Тормош һабаҡтары» дәресен индерергә ҡарар ителде. Төрлө сәбәптәр менән Рәсәйҙең барлыҡ мәктәптәре өсөн өлгө булырҙай үҙенсәлекле предмет мәктәп программаларынан юғалды. Быйылғы конференцияла дәресте яңынан белем биреү программаһына индерергә кәрәк тигән тәҡдим яңғыраны, сөнки үҫеп килгән быуынды тәрбиәләүҙә уның әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ ине.

«Тыуып үҫкән районымда «Бураҡаева уҡыуҙары»н ойоштороусыларға — «Аҡ тирмә» йәмәғәт ойошмаһына һәм уларҙың етәкселәре Рәйсә Күзбәковаға, Мәрүә Ғилметдиноваға, Айгөл Атановаға бик рәхмәтлемен. Ейәнсура районы башлығына һәм административ командаға, айырыуса сараның кураторҙары — район башлығы урынбаҫары Марат Мөхәмәтовҡа һәм район хакимиәтенең мәғариф бүлеге белгесе Байрас Ҡансуринға — районыбыҙҙағы «Йәйләү» лагеры директорына рәхмәт белдерәм, — тине Мәрйәм Бураҡаева. —  Конференция  юғары кимәлдә уҙҙы, унда ҡатнашыусыларҙың барыһына ла ҙур рәхмәт».  

https://www.bashinform.ru/news/culture/2023-03-28/v-bashkirii-proshli-yubileynye-meropriyatiya-posvyaschennye-80-letiyu-pisatelya-maryam-burakaevoy-3195020

Автор:Альмира Давлетбаева
Читайте нас: