
25 мартта Башҡорт опера һәм балет театрында прима-балерина, Башҡортостандың халыҡ артисы, «Рус балеты принцессаһы» призына лайыҡ булған Гөлсинә Мәүлекәсованың бенефисы була.
Был кисәлә ул үҙенең яратҡан партияларының береһендә — Альберто Алонсоның «Кармен-сюита»һынан Кармен булып сәхнәгә сыға, тип хәбәр иттеләр Башҡорт опера театрының матбуғат хеҙмәтенән. Спектаклдә Гөлсинә Мәүлекәсованың партнёрҙары — «Кремль балеты» театры премьеры Михаил Евгенов һәм Ҙур театр премьеры, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Александр Волчков. Улар Хозе һәм Тореро партияларын башҡара.
Концерт программаһында шулай уҡ «Спартак», «Раймонда», «Ромео һәм Джульетта», «Сыңрау торна» балеттарынан өҙөктәр һәм заманса хореографик номерҙар бар. Солистар араһында — Башҡорт опера һәм балет театры йондоҙҙары Гүзәл Сөләймәнова, Валерия Исаева, Ирина Сапожникова, Софья Сәйетова, Лилиә Зәйнәғәбдинова, Рәзилә Мырҙаҡова, Әминә Халиҡова, Рөстәм Исхаҡов, Сергей Бикбулатов, Олег Шәйбәков һәм Айрат Мәсғүтов. Кисәлә театрҙың балет труппаһы артистары ҡатнаша.
Гөлсинә Мәүлекәсова — Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, халыҡ-ара конкурстар дипломанты һәм призёры. Өфөлә тыуған. 1999 йылда Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография училищеһын тамамлаған. 1996 йылда, студент сағында уҡ, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының балет труппаһында хеҙмәт юлын башлаған. 2000 йылдан — төп солист. 2001 йылда контракт буйынса Санкт-Петербургта К.Тачкиндың балет труппаһында эшләгән.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.