
Ҡаҙағстандың Ҡыҙыл Урҙа йәштәр театрында башҡорт яҙыусыһы Флүр Ғәлимовтың «Прометей. Олимптың ҡолауы» пьеаһы буйынса спектаклдең премьераһы булды. Пьесаны билдәле ҡаҙаҡ режиссеры, Ҡаҙағстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Онталап Нурмаханов сәхнәгә сығарған.
«Прометей. Олимптың ҡолауы» — кешелек үҫешенең төп осорҙарын сағылдырған драматургик трилогияһының («Прометей. Олимптың ҡолауы», «Салауат тураһында йыр» һәм «Бафомет менән брудершафт») беренсе өлөшө.
— «Прометей»ҙа төп геройҙың утыҙ мең йыл тотҡонлоҡтан һуң азат ителеүе һәм кешелектең иудаизм динен алыуы күрһәтелә. Ҡаҙағстандың Фараби исемендәге халыҡ-ара әҙәби премияһына лайыҡ булған «Салауат тураһында йыр» трагедияһында башҡорт халҡының Салауат Юлаев етәкселегендә азатлыҡ өсөн көрәше сағылдырыла. «Бафомет менән брудершафт» кешелектең хәҙерге тормошо һүрәтләнә, — тип һөйләне автор.
Флүр Ғәлимов — Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Фараби исемендәге халыҡ-ара әҙәби премия, Рәсәйҙең ҙур әҙәби премияһы, В. Катаев исемендәге әҙәби премия лауреаты. 15 китап авторы, шуларҙың дүртәүһе «Китап» нәшриәтендә баҫылған, ә ҡалғандары алыҫ һәм яҡын сит илдәрҙә донъя күргән.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.