10:35 (UTC+5), 16 Февраля 2023

Өфөлә мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен почетлы исемдәр һәм наградалар менән бүләкләнеләр

Ләйлә Аралбаева

Шаршамбы Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы коллегияһының киңәйтелгән ултырышында мәҙәниәт һәм сәнғәт хеҙмәткәрҙәрен бүләкләү тантанаһы уҙҙы. Башҡортостан Республикаһы Башлығы хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев тармаҡтың лайыҡлы хеҙмәткәрҙәренә маҡтаулы исемдәр һәм наградалар тапшырҙы.

Өфөнөң 6-сы Балалар музыка мәктәбенең хор һәм хор дисциплиналары уҡытыусыһы Светлана Рәхимова, Башҡорт республика мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжы уҡытыусыһы Флүрә Хөсәйенова «Хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн» миҙалы менән бүләкләнде.

Республика театрҙарының билдәле актерҙарына «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы» исеме бирелде. Улар иҫәбендә — Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры артистары Ринат Баймырҙин, Артур Кәбиров, Ирада Ҡадирова, Юнир Ҡоланбаев, Милена Сираева, Фәнис Рәхмәтов; Башҡорт опера театры артистары Ян Лейше, Владимир Орфеев; Милли йәштәр театры актрисаһы Эльвира Шрайнер.

— 2022 йылда беҙҙең, башҡорт курсының, Мәскәүҙә Щепкин исемендәге Юғары театр училищеһын тамамлап, тыуған яғыбыҙға ҡайтыуыбыҙға һәм республика театрҙарында эш башлауыбыҙға 15 йыл тулды, — тине Ринат Баймырҙин. — Башҡорт академия драма театрына 10 кеше алдылар, улар араһында мин дә бар инем. Ошо ваҡыт эсендә ниндәй генә ролдәр башҡарманым – балалар өсөн әкиәттәге Карабас-Барабастан алып Урал батырға тиклем. Яратҡан ролдәрем араһында  – «Иң бәхетле төн» спектаклендә Маурисио, унда легендар Гөлли Арыҫлан ҡыҙы Мөбәрәкова менән эшләү бәхете тейҙе, «Хыялға ҡаршы» спектаклендә Саша һәм башҡа ролдәр. Наградаға килгәндә, был минең өсөн ҙур шатлыҡ. Тағы ла дәртләнеп эшләргә көс-ҡеүәт өҫтәй!

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының Таһир Сәйфуллин исемендәге Дәүләт академия хор капеллаһының художество етәксеһе-дирижеры Алһыу Хәсбиуллинаға «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре» тигән маҡтаулы исем бирелде.

Рәссам, Рәсәйҙең Рәссамдар союзы ағзаһы Флүр Исмәғилев һәм Башҡортостан Милли музейының баш рәссамы Анатолий Мелентьев «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамдары» исеменә лайыҡ булды.

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының сәхнә оҫтаһы Шәүрә Дилмөхәмәтоваға һәм Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы кларнетсылары Павел Стрельниковҡа, Азат Шәрәфетдиновҡа Башҡортостан Республикаһының Почет грамоталары тапшырылды.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2023-02-15/v-ufe-rabotnikov-kultury-nagradili-pochetnymi-zvaniyami-i-nagradami-3144297

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика