
Белорет районының Железнодорожный ауылында хәҙер «Башҡорт мәҙәниәте йорто» этномузейы бар. Уны урындағы ҡатын-ҡыҙҙар, «Ағинәйҙәр» ойошмаһы ағзалары асҡан.
Район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта хәбәр итеүенсә, улар экспозиция эшләү тураһында күптән хыялланған. Ошо тәҡдим менән ауыл советы башлығына мөрәжәғәт иткәндәр, етәксе башланғысты хуплаған һәм бина бүлгән. Экспонаттар туплауҙа ауылдаштары ярҙам иткән.
Шул рәүешле Железнодорожный ауылында башҡорт мәҙәниәте һәм тарихы мөйөшө барлыҡҡа килгән. Бында башҡорттарҙың көнкүреше менән танышыуҙан тыш, сигеп, йөн иләп йәки бәйләп ҡарарға ла мөмкин. Музейҙа уҡыусылар өсөн экскурсиялар, ҡул эштәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрергә, тигән уй менән йәшәйҙәр. Бында байрамдарҙа, йолаларҙа, уйындарҙа ла ҡатнашырға мөмкин.

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.