
Үҙенең ижади юбилейын Башҡортостандың халыҡ артисы Фәрит Иҙрисов сәхнәлә республиканың Милли симфоник оркестры коллективы менән ҡаршы алды. Маэстро етәкселегендә оркестр башҡарыуында классик музыка шедеврҙары: Заһир Исмәғилевтың «Салауат» симфоник поэмаһы һәм Петр Чайковскийҙың 5-се симфонияһы яңғыраны.
Ижади кисә бер тынала үтте, юбилярҙы әһәмиәтле ваҡиға менән ҡотларға Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Алмаз Сәйетов, уның ижадын һөйөүселәр, коллегалары һәм уҡыусылары килде. Алмаз Сәйетов Башҡортостан Республикаһы Башлығы исеменән Фәрит Иҙрисовҡа рәхмәт хаты тапшырҙы. Ул музыкантҡа Башҡортостандың милли сәнғәтенә индергән өлөшө өсөн рәхмәт белдерҙе һәм яңы ижади үрҙәр теләне. Юбиляр Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының юғары наградаһына - «Ал да нур сәс халҡыңа!» миҙалына ла лайыҡ булды.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының «Ал да нур сәс халҡыңа!» миҙалы 2010 йылдан алып күренекле мәҙәниәт, әҙәбиәт эшмәкәрҙәренә, дин әһелдәренә башҡорт халҡын берләштереү, милли мәҙәниәтте, туған телде һәм рухи ҡиммәттәрҙе һаҡлау эшендәге ҡаҙаныштары өсөн тапшырыла
Фәрит Иҙрисов — Башҡортостан Дәүләт гимнының көй авторы, композитор, республиканың Дәүләт оркестры, Башҡорт опера һәм балет театры дирижеры. Уның ижади активында милли, рус һәм сит ил композиторҙарының 30-ҙан ашыу спектакле, Моцарт, Бетховен, Лист, Брамс, Чайковский, Прокофьев симфониялары һәм Рахманинов, Сен-Санс, Григтың фортепиано концерттары бар. Төрлө йылдарҙа ул Ш. Гуноның «Фауст», Дж. Вердиҙың «Бал-маскарад», П. Масканьиҙың «Ауыл намыҫы», Н. Римский-Корсаковтың «Ҡарһылыу», З. Исмәғилевтың «Урал илселәре» һәм «Аҡмулла» спектаклдәрен ҡуйыуҙа ҡатнашҡан.

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.