12:42 (UTC+5), 14 Февраля 2023

Өфөлә дирижер, гимн авторы Фәрит Иҙрисов ижади эшмәкәрлегенең юбилейын билдәләй

Фото: Ксения Калинина
Ләйлә Аралбаева

Башҡортостан Республикаһының Милли симфоник оркестры дирижер, республиканың халыҡ артисы Фәрит Иҙрисовтың ижади эшмәкәрлегенең юбилейына арналған симфоник музыка концертын тәҡдим итә.

Программала Фәрит Фәтих улы етәкселегендәге оркестр башҡарыуында классик музыка шедеврҙары: Заһир Исмәғилевтың «Салауат» симфоник поэмаһы һәм Петр Чайковскийҙың 5-се симфонияһы яңғырай. Концерт 14 февралдә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында уҙа, тип хәбәр итә «Башинформ».

Фәрит Иҙрисов — Башҡортостан Дәүләт гимнының көй авторы, композитор, республиканың Дәүләт оркестры, Башҡорт опера һәм балет театры дирижеры. Уның ижади активында милли, рус һәм сит ил композиторҙарының 30-ҙан ашыу спектакле, Моцарт, Бетховен, Лист, Брамс, Чайковский, Прокофьев симфониялары һәм Рахманинов, Сен-Санс, Григтың фортепиано концерттары бар. Төрлө йылдарҙа ул Ш. Гуноның «Фауст», Дж. Вердиҙың «Бал-маскарад», П. Масканьиҙың «Ауыл намыҫы», Н. Римский-Корсаковтың «Ҡарһылыу», З. Исмәғилевтың «Урал илселәре» һәм «Аҡмулла» спектаклдәрен ҡуйыуҙа ҡатнашҡан.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2023-02-14/v-ufe-dirizher-avtor-gimna-farit-idrisov-otmechaet-yubiley-tvorcheskoy-deyatelnosti-3142129

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика