

Киләһе йылдың яҙында Өфөлә Шаляпин музейын асыуҙары ихтимал. Был хаҡта хөкүмәттең Республикаға идара итеү үҙәгендә уҙған оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте.
Республика етәксеһе һүҙҙәренсә, музей өсөн Валериан Альбанов исемендәге ҡотопсолар музейы янындағы бина һайланған.
«Быйыл беҙ мөһим юбилей — бөйөк рус йырсыһы Федор Шаляпиндың тыуыуына 150 йыл тулыуҙы билдәләйбеҙ. Уның ижад юлының байтаҡ өлөшө Өфөлә үткән. Һәр хәлдә, ул бында башлаған. Өфөлә Шаляпин музейы өсөн бюджетҡа 70 миллион һум һалынған. Киләһе йылдың яҙына йәки күренекле йырсының киләһе тыуған көнөнә ошо музейҙы асырға кәрәк», — тине Радий Хәбиров.
Башҡортостан Башлығы бөгөн опера һәм балет театрында күренекле йырсының тыуыуына 150 йыл тулыуға арналған тантаналы сара буласағын да хәтергә төшөрҙө.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.