
14 февралдә, Ғашиҡтар көнөндә, Өфөлә популяр автор-башҡарыусы МС Баштың концерты (12+) була.
МС Баш (Заһит Ҡунафин) — башҡорт рэп-мәҙәниәтендә төп исем. Артист йәнә ижадташ дуҫтарын йыя. Республика халыҡ ижады үҙәгенең мәҙәниәт йорто сәхнәһендә Физалиә Вәлиева, Бошман, Наил Башстайл, Гүзәлиә Вәлиева, Ильяс Күлсенбаев, Айгөл Әминева, Илгиз Абдрахманов сығыш яһай.
Концертта артистың ваҡыт һынауын үткән хиттары, шулай уҡ дуэттар һәм яңы йырҙар яңғырай. Кисә башҡарыусының ижадын һәм башҡорт эстрадаһын һөйөүселәр өсөн ойошторола, тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына Республика халыҡ ижады үҙәгенең матбуғат хеҙмәтенән.
Билеттарҙы Республика халыҡ ижады үҙәге сайтында һатып алырға мөмкин. «Пушкин картаһы» менән дә түләү мөмкинлеге бар. Концерт Республика халыҡ ижады үҙәгенең Мәҙәниәт йортонда була. Адресы: Кустарная урамы, 17. Киске сәғәт 7-лә башлана.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.