10:12 (UTC+5), 03 Февраля 2023

Өфөлә Кәрим Хәкимовҡа арналған күргәҙмә ойошторола

3 февралдә, Нәжиб Асанбаев пьесаһы буйынса «Ҡыҙыл паша» спектакленең премьераһы көнөндә, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры фойеһында «Кәрим Хәкимов — Кремлдең ғәрәп вәзире» күргәҙмәһенең презентацияһы була. 

Республика Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, экспозицияла Кәрим Хәкимовтың Хиджаз, Неджд Короллегендәге һәм уға ҡушылған өлкәләрҙәге дипломатик миссияһын сағылдырған фотоһүрәттәр, документтар, шулай уҡ сәйәсмәнгә бағышланған китаптар менән танышырға мөмкин. Күргәҙмәлә Кәрим Әбдрәүеф улының шәхси әйберҙәре лә бар. Проектта йәш Совет Республикаһы һәм ғәрәп-фарсы донъяһы араһында яҡшы мөнәсәбәттәр булдырыуға тос өлөш индергән күренекле совет дипломаты, Совет Рәсәйенең ғәрәп илдәрендәге беренсе вәкиленең тормошон һәм эшмәкәрлеген раҫлаған 20-нән ашыу һирәк осрай торған, уникаль экспонат һәм артефакт күрһәтелә.

Мәжит Ғафури исемендәге театр музейы ла Башҡорт драма театрында «Ҡыҙыл паша» спектаклен тәүге тапҡыр сәхнәләштереүгә арналған экспозиция (1982 йыл, режиссеры Лек Вәлиев) әҙерләгән.

Иҫегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, 2021 йылда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Бишбүләк районына эш сәфәре барышында күренекле совет дипломаты Кәрим Хәкимовтың йорт-музейында булды. 

Радий Хәбиров республиканың Мәҙәниәт министрлығына Кәрим Хәкимовтың Дүсән ауылындағы йорт-музейын үҫтереү буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә, шулай уҡ Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры сәхнәһендә «Ҡыҙыл паша» спектаклен ҡабаттан сәхнәләштерергә ҡушты.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2023-02-02/v-ufe-predstavyat-vystavku-posvyaschennuyu-karimu-hakimovu-3128307

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика