
Башҡортостандың Милли әҙәбиәт музейында етәксе алмашынды. «Башинформ»ға билдәле булыуынса, хәҙер музей директоры вазифаһын быға тиклем музей директоры урынбаҫары, шулай уҡ республика хөкүмәте аппаратында һәм Мәҙәниәт министрлығында төрлө вазифаларҙа эшләгән Айгөл Хөсәйен ҡыҙы Зөлҡәрнәева башҡара.
Музейҙың элекке директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Гөлдәр Сабит ҡыҙы Моратова хаҡлы ялға сыҡты.
Башҡортостандың Милли әҙәбиәт музейы Башҡортостан Республикаһы президенты указы менән 1996 йылдың 22 октябрендә ойошторолған. Ул әҙәби ҡомартҡыларҙы, әҫәрҙәрҙе, ҡулъяҙмаларҙы, яҙыусыларҙың шәхси әйберҙәрен системалы, комплекслы өйрәнеү, һаҡлау һәм Башҡортостанда күп быуатлыҡ әҙәби процестың төрлө этаптарын яҡтыртыу, халыҡтың киң ҡатламын башҡорт әҙәбиәте, Башҡортостан Республикаһы халыҡтары әҙәбиәте үҫешенең оҙайлы, ҡатмарлы һәм ҡаршылыҡлы юлы менән таныштырыу өсөн булдырылған.
Төп музейҙың составында биш филиал бар: Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейы, Миәкә районының Туҡһанбай ауылында Мифтахетдин Аҡмулла музейы; Дүртөйлө районының Әсән ауылында Шәйехзада Бабич музейы; Ҡырмыҫҡалы районының Ибраһим ауылында Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев музейы; Белорет районының Асы ауылында Арыҫлан Мөбәрәков музейы.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.