Аҡ залда был йәкшәмбе кисендә ангшлаг ине, күп ғаиләләр балалары менән килгәйне. Премьераны абруйлы ҡунаҡтар, мәҙәни йәмәғәтселек вәкилдәре лә ҡараны. Тамашасыларҙы Башҡортостандан сенатор, Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты рәйесе, Рәсәй башҡорттарының федераль милли-мәҙәни автономияһы рәйесе Лилиә Ғүмәрова, Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Алмаз Сәйетов һәм Кино йорто директоры, танылған режиссер-документалист Екатерина Головня сәләмләне.
Йәнһүрәтте республика етәксеһе булышлығында Өфөнөң «Муха» студияһы Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы менән берлектә төшөргән.
60 минутлыҡ фильм тамашасылар өсөн бер тынала үтеп китте, зал көслө алҡыштарға күмелде. Йомағужа батыр, аҡыллы Ҡылысбай, солоҡсолар Ихсан менән Усман, йәш егет Ғәбит, яугир ҡыҙ Агдалия тамашасыларҙың күңеленә хуш килде.
Ике телдә яңғыраған «Төньяҡ амурҙары» йәнһүрәтен федераль прокатҡа май аҙағында сығарыу күҙаллана.