11:43 (UTC+5), 25 Января 2023

«Мираҫ» ансамбле Силәбе өлкәһенә һәм Пермь крайына гастролдәргә сығырға йыйына

Фото: «Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамбле

Өфөнөң «Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамбле Силәбе өлкәһенең һәм Пермь крайының 10 ашыу ҡала һәм ауылдарына гастролдәргә сығырға ниәтләй.

«Башинформ»ға коллективтың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, быға ансамблдең икенсе йыл рәттән «Беҙ — Рәсәй» федераль программаһында ҡатнашыуы һөҙөмтәһендә өлгәшелде.

2023 йылда «Беҙ — Рәсәй» программаһы сиктәрендә бөтәһе 55 гастроль турын уҙғарыу күҙаллана, унда 51 ижади коллективтың ҡатнашыуы көтөлә. Гастролдәр илдең 81 төбәгендә һәм 216 ҡала-ауылдарында ойошторола.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Мираҫ» ансамбле федераль программала былтыр ҡатнаша башланы. Ул саҡта коллектив Ханты-Манси автономиялы округы — Югра буйлап гастролдә йөрөнө, тип хәбәр иткәйне «Башинформ». Тур коллективтың 30 йыллығына арналды.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2023-01-25/ansambl-miras-planiruet-bolshie-gastroli-v-chelyabinskoy-oblasti-i-permskom-krae-3117735

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика