10:54 (UTC+5), 18 Января 2023

Асҡар Абдразаҡов Рәсәйҙең Мәҙәниәт министрлығы ҡарамағындағы Йәмәғәт советы составына инде

Фото: Олег Яровиков
Ләйлә Аралбаева

Башҡорт опера һәм балет театрының художество етәксеһе, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Асҡар Абдразаҡов Рәсәйҙең Мәҙәниәт министрлығы ҡарамағындағы Йәмәғәт советы составына инде. 2022 йылдың 12 декабрендә Рәсәйҙең мәҙәниәт министры Ольга Любимова тейешле бойороҡҡа ҡул ҡуйған.

Рәсәй Мәҙәниәт министрлығы ҡарамағындағы Йәмәғәт советы составында билдәле ижади шәхестәр, мәҙәниәт ойошмалары вәкилдәре бар. Асҡар Абдразаҡов иһә Рәсәй мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре профессиональ союзының республика ойошмаһы вәкиле.

«Әлеге осорҙа был бик маҡтаулы, тәү сиратта республикабыҙ, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ, сәнғәтебеҙҙең юғары кимәлдә булыуы һәм Рәсәйҙә тороуы өсөн ғорурлыҡ булып тора. Республика Башлығы мәҙәниәткә ҡарата дөрөҫ сәйәсәт алып бара: 30 декабрҙә Башҡортостан тарихында тәүге тапҡыр республика мәҙәниәтен һәм сәнғәтен үҫтереү мәсьәләләре буйынса Советҡа йыйылдыҡ. Ил тарихы өсөн еңел булмаған осорҙа үҙебеҙ өсөн Башҡортостан ижади биографияһының яңы битен асыуыбыҙ бик мөһим һәм ҡыуаныслы», — тине Асҡар Әмир улы.  
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика