18:02 (UTC+5), 10 Января 2023

Тәскирә Даянованың балалар өсөн китабы Брайль шрифты менән баҫылған

Башҡортостандың М. Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһының тифлонәшриәт бүлегендә Тәскирә Даянованың «Ағинәй юлы» китабы донъя күрҙе. Ул Брайль шрифты менән баҫылған. Башҡорт телендәге китап рельефлы һүрәттәр менән биҙәлгән.

Башҡорт балалар яҙыусыһы, драматург, Башҡортостанндың Яҙыусылар ойошмаһы ағзаһы, Рәшит Әхтәри һәм Мәхмүт Ҡашғари исемендәге премиялар лауреаты Тәскирә Байрам ҡыҙы Даянова 1948 йылдың 10 ғинуарында Мәсетле районында тыуған.

Авторҙың әҫәрҙәре халыҡ телендә яҙылған һәм еңел уҡыла. Изгелек һәм яуызлыҡ, хәҙерге проблемалар кеүек темаларҙы яҙыусы геройҙарҙың тормош образдары аша асып бирә, уҡыусыны уйланырға һәм һығымта яһарға этәрә. Тәскирә Даянованың әҫәрҙәре ябайлығы һәм ихласлығы, милли, ғаилә идеалдарына бирелгәнлеге, урта һәм өлкән йәштәге мәктәп балаларына аңлайышлы булыуы менән айырылып тора.

Техник эшкәртеү процесынан һуң китап һуҡырҙар өсөн китапхана фондына һәм республика ҡалаларында махсус китапхана филиалдарына таратыла. 

https://www.bashinform.ru/news/culture/2023-01-10/detskaya-kniga-taskiry-dayanovoy-napechatana-reliefno-tochechnym-shriftom-braylya-3099624

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика