30 декабрҙә, Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Мәҙәниәтте һәм сәнғәтте үҫтереү мәсьәләләре буйынса советтың беренсе ултырышы тамамланғас, тармаҡ хеҙмәткәрҙәрен дәүләт наградалары менән бүләкләнеләр.
Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжы уҡытыусыһы Зинфира Ғәбделхаҡова — «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы, Өфө ҡала мәҙәниәт һарайы артисы Радмир Хәсәнов Башҡортостандың Почет грамотаһы менән менән бүләкләнде.
Башҡортостан Республикаһының Рус драма театры артисы Сергей Басовҡа, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы ҡурайсыһы Азат Биксуринға, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры артисы Зилә Сәйетоваға, Өфө «Нур» дәүләт татар театрының художество-етәкселек бүлегенән Юлай Үҙәнбаевҡа «Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы» тигән маҡтаулы исем тапшырылды.
— Республика Башлығына, хөкүмәткә, Мәҙәниәт министрлығына, филармонияға һәм айырыуса һәр ваҡыт мине дәртләндереп торған уҡытыусым Азат Айытҡоловҡа, Ҡурайсылар союзы рәйесе Артур Ғайсаровҡа рәхмәтлемен. Был награда минең өсөн бик мөһим, артабан да башҡорт халыҡ уйын ҡоралы ҡурайҙы популярлаштырыуҙы дауам итермен. Уның бар донъяла популярлыҡ яуларына ышанам! - тине «Башинформ»ға Азат Биксурин.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы эксперты, «Дәрүишхан» төркөмө музыканты Ирек Абдуллинға, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры артисы Эльвира Алькинаға, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры артисы Урал Әминевҡа, Рәсәй милли гвардияһы ғәскәрҙәренең күрһәтмә оркестры солисы Мәликә Разаковаға, Башҡорт дәүләт филармонияһының эстрада-джаз оркестры артисы Марат Саҙрыевҡа, «Башҡортостан» дәүләт концерт залының художество-постановка бүлеге мөдире Альберт Ниғмәтуллинға, «Башҡортостан» дәүләт концерт залының художество-постановка хеҙмәте радиооператоры Артур Ғүмәровҡа, Өфөнөң 11-се балалар музыка мәктәбе директоры Олег Хардинға һәм Республика халыҡ ижады үҙәгенең эстрада ансамбле артисы Надир Юлбарыҫовҡа «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы» тигән маҡтаулы исем бирелде.
«Һеңлекәш» фильмының сценарисы Айҙар Аҡманов ике йылдан һуң ғына «Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре» наградаһын алды (үҙ ваҡытында ул коронавирус менән сирләү сәбәпле бүләкләүҙә ҡатнаша алмағайны).
Шулай уҡ һынлы сәнғәт һәм сәнғәт фәне өлкәһендәге 2022 йылғы лауреаттарға Михаил Нестеров исемендәге дәүләт премияларын тапшырыу тантанаһы үтте.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.