Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.58
-0.11
103.38
+0.13
74.72
-0.16
11+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
28 Декабрь 2022, 12:47

Яңы йыл төнөндә Өфөлә Элвин Грей сығыш яһай

Шәмбе, 31 декабрҙә, Ҡунаҡһарай алдындағы майҙанда Элвин Грейҙың (Радик Юлъяҡшин) концерты була. Сығыш киске сәғәт 10-да башлана һәм яңы йыл сәғәте һуҡҡансы дауам итә. Барыһына ла инеү ирекле.

Артист социаль селтәрҙә үҙенең концерты тураһында былай тип яҙған:

«Яңы йылды нисек ҡаршылайһығыҙ? Ғаиләгеҙ әллә дуҫтарығыҙ менәнме? Өйҙәме әллә ҡунаҡтамы? Мин Яңы йылды бына шулай ҡаршыларға теләйем: мин сәхнәлә, командам менән сәхнә янында торған тамашасыларҙың күҙҙәренә ҡарап куранттар һуғырға нисә секунд ҡалғанын һанайбыҙ. Хыялдар тормошҡа ашырға тейеш, шуға күрә һеҙҙе 31 декабрҙә киске сәғәт 10-да Ҡунаҡһарай майҙанында көтөп ҡалам. Инеү бушлай. Ата-әсәйегеҙ, балаларығыҙ, дуҫтарығыҙ менән килегеҙ. Барыһын да көтәбеҙ!» — тип саҡырған артист.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2022-12-28/elvin-grey-budet-besplatno-vystupat-v-ufe-v-novogodnyuyu-noch-3088649

Автор:Ләйлә Аралбаева
Читайте нас: