Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.72
-0.24
93.81
-0.11
62.51
+0.52
1+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
28 Декабрь 2022, 10:15

Радий Хәбиров совет бала сағы музейына саҡыра

Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәре
Фото: Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәре

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә Борай ауылындағы совет бала сағы музейы хаҡында һөйләне. Музейҙы эшҡыуарҙар Рәйсә һәм Артур Кәлимуллиндар асҡан.

Бында 600-ҙән ашыу экспонаттан торған коллекция менән танышырға мөмкин. Улар араһында — СССР осорондағы ҡурсаҡтар, уйынсыҡтар, әйберҙәр һәм башҡалар. Музейға инеү бушлай, ләкин алдан иҫкәртеп килергә кәрәк, тип билдәләне республика етәкеһе.

«Экспонаттар — тотош Рәсәйҙән, Калининградтан алып Владивостокка тиклем. Борайҙан да, күрше ауылдарҙан да ҡыҙыҡлы предметтар бар. Кәлимуллиндар ғаиләһенә ошондай изге башланғыс өсөн рәхмәт белдерәм. Мауыҡтырғыс һәм файҙалы», — тип яҙҙы Радий Хәбиров.
Читайте нас