Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
69.34
0
75.41
0
84.91
-1.75
-10 °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
28 Декабрь 2022, 11:12

Өфөлә «Ҡалдырма, әсәй!» нәфис фильмын төшөрөү өсөн кастинг иғлан ителде

Өфөлә яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовтың повесы буйынса «Ҡалдырма, әсәй!» тулы метражлы нәфис фильмын төшөрөү эшенә тотоналар. Был хаҡта Башҡортостандың Кинематографистар союзы рәйесе Зөһрә Бураҡаева хәбәр итте.

Пректты республиканың Мәҙәниәт министрлығы булышлығында Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы башлай. Фильмдың режиссеры — Вилүрә Иҫәндәүләтова. Фильмды ғинуар аҙағында төшөрөргә йыйыналар.

Кастингта 11-14 йәшлек малайҙар һәм  11-13 йәшлек ҡыҙҙар ҡатнашырға мөмкин. Рус телен белергә кәрәк. Кастинг видеояҙмалар буйынса уҙғарыла. Ғаризалар республиканың барлыҡ райондарынан һәм ҡалаларынан ҡабул ителә.

Ҡатнашыусылар исем-шәрифен, йәшен, буйын/ауырлығын әйтеп, үҙҙәре менән таныштырырға йәки ҡыҫҡа ғына шиғыр һөйләргә тейеш. 2-3 минутлыҡ яҡшы сифатлы видеояҙманы [email protected] почтаһына ғына ебәрергә. Бәйләнеш өсөн телефонды күрһәтеү мотлаҡ.

Йәш яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовтың «Ҡалдырма, әсәй!» автобиографик китабы — балалар йорттарында тәрбиәләнгән етемдәрҙең әсе яҙмышы хаҡында. Повесть төрлө телдәргә тәржемәләнгән, уҡыу программаларына индерелгән, бестселлер тип иғлан ителгән. Ошо әҫәр буйынса сәхнәләштерелгән спектаклдәр Башҡортостан, Татарстан, Бүрәтстан, Тыва, Ҡалмыҡстан һәм Ҡаҙағстан театрҙарында ҙур уңыш менән бара.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2022-12-28/v-ufe-ob-yavili-kasting-dlya-s-emok-hudozhestvennogo-filma-ne-ostavlyay-mama-3088362

Автор:Ләйлә Аралбаева
Читайте нас в