
«Башҡортостан» дәүләт концерт залында күренекле башҡорт композиторы Рим Хәсәнов призына «Ҡышҡы романс» республика актер йыры конкурсының финалы уҙҙы.
Салауат башҡорт драма театры актеры Рафаэль Ғәйнуллин «Өс аршин ер» йырын башҡарып, Гран-при яуланы.
Беренсе урынға Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры актерҙары Алһыу Бәхтиева менән Морат Рафиҡовтың дуэты лайыҡ булды. Улар «Йәшлек менән хушлашыу» йырын башҡарҙы.
«Өс ҡайын» йыры менән сығыш яһаған Башҡорт театры актрисаһы Лилиә Сәғитова икенсе урынды алды. Өсөнсө урынға «Ярангөл» йыры менән Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актрисаһы Гөлсәсәк Зарипова лайыҡ булды.
Конкурс Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы булышлығында ойошторолдо. Конкурста ҡатнашыу өсөн композитор Рим Хәсәнов спектаклдәренең репертуарынан йырҙар яҙҙырылған видеофайлдар ебәрергә кәрәк ине. Финалға 20 ҡатнашыусы сыҡты. Жюриға маэстро Рим Хәсәнов етәкселек итте, уның составында шулай уҡ «Ҡурай» телеканалы етәксеһе Рита Өмөтбаева, Башҡортостан телевидениеһы дикторы Флүрә Мурзина, «Ағиҙел» журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин, Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының музыкаль-әҙәби лекторийының художество етәксеһе Индира Әсәҙуллина эшләне.

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.