Башҡортостанда Яңы йыл календары әҙерләнгән. Унда Башҡортостан ҡалалары һәм райондарының административ үҙәктәрендә, шулай уҡ мәҙәниәт, спорт һәм мәғариф учреждениеларындағы байрам саралары тупланған. Былтырғы кеүек үк, календарь республиканың Мәҙәниәт министрлығы сайтында баҫылған.
Байрам алдынан һәм Яңы йыл каникулдарында республикабыҙҙа төрлө спорт һәм мәҙәни саралар ойошторола. Һәр кем күңеленә ятҡан шөғөл табып, ғаиләһе һәм яҡындары менән күңелле итеп ял итергә мөмкин.
Яңы йыл календары һылтанма буйынса асыла.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, яңы йыл байрамдарында республиканың мәҙәниәт учреждениеларында 450-нән ашыу яңы йыл программаһы һәм тамашаһы ойошторола, унда бөтәһе 150 меңдән ашыу тамашасы ҡатнаша ала. Муниципаль мәҙәниәт учреждениеларында һәм ҡала, ауылдарҙың урам майҙандарында, 1,1 миллиондан ашыу кешене йәлеп итеп, 27 меңгә яҡын сара үткәреү планлаштырыла.
Республиканың күп кенә муниципалитеттарында офлайн-саралар менән бер рәттән онлайн форматтағы саралар уҙғарыла. Халыҡты хеҙмәтләндереүгә автоклубтар әүҙем йәлеп ителә, улар төпкөл ауылдарға барып, яңы йыл концерт программалары һәм театрлаштырылған тамашалар менән сығыш яһай.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.