


Өфөлә Башҡортостан Яҙыусылар ойошмаһының ХХ съезында республика яҙыусыларын бүләкләү тантанаһы уҙҙы. Республиканың дәүләт наградаларын Башҡортостан Республикаһы — Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев тапшырҙы.
Зөһрә Ҡотлогилдина һәм Зәки Әлибаев Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Хәсән Назаров «Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденына лайыҡ булды.
Яҙыусы Фәрзәнә Аҡбулатоваға «Халыҡтар дуҫлығы» ордены тапшырылды.
Яҙыусы, «Һәнәк» журналының баш мөхәррире Миләүшә Хәбилова Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһына лайыҡ булды.
Яҙыусылар Әмир Әминев, Камил Йыһаншин, Ринат Камалов һәм Флүр Ғәлимов — Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, яҙыусы, тәржемәсе Гүзәл Ситдиҡова Башҡортостандың халыҡ шағиры исеменә лайыҡ булды.
Яҙыусы Ниязбай Сәлимов Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Почет грамотаһы менән бүләкләнде.
Сәғир Шәрәфетдиноваға, Радик Хәкимйәновҡа Башҡортостан Республикаһы— Дәүләт Йыйылышы рәйесенең Рәхмәт хаты тапшырылды.
Яҙыусылар Рәшиҙә Бикмәтоваға, Рәшит Зәйнуллинға, Лилиә Ҡәйеповаға, Владимир Кузьмичевҡа, Фәнис Янышевҡа «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелде.
Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының ведомство наградаларын мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова тапшырҙы. Яҙыусылар Миңлегөл Тайсина, Луиза Кирәева Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнде. Варис Аҡбашев менән Айбулат Сисанбаев ведомствоның рәхмәт хаттарына лайыҡ булды.


© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.