11:02 (UTC+5), 02 Декабря 2022

Радий Хәбиров Ҡурсаҡ театрын яңыртыу эштәре барышы менән таныштырҙы

Ләйлә Аралбаева

Радий Хәбиров Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрын яңыртыу эштәре барышы менән таныштырҙы. Был турала республика етәксеһе социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙып сыҡты.

«Беҙҙең Ҡурсаҡ театрында реконструкция эштәре тулы ҡеүәттә бара. Унда 40-ар йыл эшләгән артистар быны беҙ күптән көттөк, сәхнә һәм зал заманса талаптарҙан артта ҡалғайны, ти. Хәҙер ул — Өфөнөң 450 йыллығына юбилей объекттарының береһе, эштәр графикка ярашлы бара, федераль һәм республика финанслауы ярҙамында башҡарыла. Барыһын да уйлап эшләп, 2024 йылдың яҙында заманса һәм күркәм театрҙы файҙаланыуға тапшырырға ниәтләйбеҙ.

Проектта — театрҙың иҫке бинаһын реконструкциялау, 135 урынлыҡ бәләкәй зал, конференциялар, репетициялар өсөн залдар, оҫтаханалар, хеҙмәткәрҙәр бүлмәләре өсөн 4 ҡатлы төкәтмә төҙөү. Иҫке бинала иһә 300 урынлыҡ ҙур зал була», — тине Радий Хәбиров.

Реконструкция эштәре дауам иткәндә спектаклдәр ҡуйыу туҡтатылмаған, улар Опера һәм балет театрының бәләкәй залында, Өфөнөң мәҙәниәт йорттарында бара. Труппа республика ҡалалары һәм ауылдары буйлап гастролдәрҙә йөрөй.

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры «Ҙур гастролдәр» федераль программаһында ҡатнаша, уның сиктәрендә быйыл яҙғыһын Тыва ҡурсаҡ театры менән алмаш гастролдәр үтте.

«Башҡорт ҡурсаҡ театрының Рәсәйҙә тәүге милли ҡурсаҡ театры икәнен күптәр белеп тә етмәйҙер әле. Хәҙер беҙ ул иң матур театрҙарҙың береһе булһын өсөн тырышабыҙ», — тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2022-12-02/glava-bashkirii-rasskazal-kakim-budet-obnovlennyy-teatr-kukol-3055033

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика