Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
61.07
+0.32
63.39
+0.09
83.32
+0.29
-15 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
18 Ноябрь , 14:00

Өфөнөң «Нур» театрында Зифа Ҡадированың яңы повесы буйынса спектакль сәхнәләштерелә

Яңы спектакль — танылған сәхнә оҫтаһы, Башҡортостандың халыҡ артисы һәм Татарстандың атҡаҙанған артисы Миңнинур Сәйетова-Ғиззәтуллинаның бенефисы.

«Нур» театрының премьераһы ҙур ваҡиға булмаҡсы. Билдәле сәхнә оҫтаһы, Башҡортостандың халыҡ артисы һәм Татарстандың атҡаҙанған артисы Миңнинур Сәйетова-Ғиззәтуллина үҙенең алтын юбилейын бенефис спектакле менән билдәләргә әҙерләнә. Был көндә ул үҙенең талантын һөйөүселәрҙе, дуҫтарын һәм яҡындарын ҡатын-ҡыҙ яҙмышы темаһына һөйләшергә саҡыра. Спектакль халыҡ араһында популяр булған автор Зифа Ҡадированың «Урланған йәшлек» исемле яңы повесы буйынса сәхнәләштерелә (яңыраҡ «Нур»ҙа — «Фатима», Башҡорт драма театрында «Һинһеҙ килгән яҙҙар» спектаклдәре ҡуйылды).

Яңы әҫәрҙең сәхнә вариантын Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Гөлнур Усманова яҙған. Спектаклдең режиссеры  — Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Татарстандың халыҡ артисы Илдар Вәлиев.

«Спектаклдә, әйтеп үткәнебеҙсә, ярты ғүмерен йәшәгән ханым төрлө һынауҙарға дусар була. Ахырҙа ул үҙенең ысын бәхетен табыуға ирешә. Ҡатын-ҡыҙ бәхетен. Бер көн уның бөтә тормошон үҙгәртә», — ти Гөлнур Усманова.

Спектаклдә юбиляр менән бергә танылған сәхнә оҫталары һәм йәш актерҙар ҡатнаша. Премьера 9 декабрҙә — актрисаның тыуған көнөндә күрһәтелә.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2022-11-18/v-ufimskom-teatre-nur-stavyat-spektakl-po-novoy-povesti-zify-kadyrovoy-3035568

Автор:Ләйлә Аралбаева
Читайте нас в