
«Башҡортостан» дәүләт концерт залы «Ҡышҡы романс» республика актер йыры конкурсында ҡатнашырға саҡыра. Конкурс Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы булышлығында билдәле башҡорт композиторы Рим Хәсәнов призына уҙғарыла.
Еңеүселәрҙе приздар, бүләктәр һәм аҡсалата гранттар көтә, тип хәбәр итә дәүләт концерт залының матбуғат хеҙмәте. Конкурста ҡатнашыу өсөн композитор Рим Хәсәнов спектаклдәренең репертуарынан йырҙар яҙҙырылған видеофайлдар ебәрергә кәрәк. Анкета 2022 йылдың 1 декабренә тиклем 2723700@bk.ru электрон почтаһына ҡабул ителә.
Жюри конкурстың икенсе этабына 20 ҡатнашыусыны һайлап ала. Икенсе этап һәм бүләкләү тантанаһы 12 декабрҙә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында була, шунда уҡ конкурс еңеүселәре иғлан ителә.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.