10:47 (UTC+5), 16 Ноября 2022

Башҡортостанда Хәниә Фәрхиҙең һәйкәлен алғандар

Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы
Альмира Давлетбаева

Башҡортостандың Тәтешле районында Хәниә Фәрхиҙең һәйкәлен алғандар. Был хаҡта социаль селтәрҙә йырсының һеңлеһе Фирүзә Ибәтуллина хәбәр итте. Уның һүҙҙәренсә, был ваҡытлыса ғына.

«Хөрмәтле райондаштар, Тәтешлебеҙгә килгән ҡунаҡтар! Эстрада күгендә яҡты йондоҙ булып балҡыған яҡташыбыҙ, Тәтешле районы Үрге Сәләй ауылы ҡыҙы Хәниә Фәрхиҙең музейы, һәйкәле бер йыл дауамында халыҡты ихлас ҡабул итте. Музей бөгөн дә әүҙем эшләй. Ә бына һәйкәлен ҡышҡа, ваҡытлыса, ышаныслы урынға ҡуйҙыҡ. Сөнки легендар йырсыбыҙҙың һәйкәле эргәһендә сәскәләр ултыртыу, яҡтылыҡ өсөн уттар, яҡшы сифатлы төҙөлөш материалынан тротуар, аллея булдырыу күҙаллана. Бының өсөн матди сығымдар бүленде. Бөгөндән һәйкәл янында ремонт эштәре башланды. Яратҡан, яҡташ йырсыбыҙҙың һәйкәле 2023 йылда, үҙенең тыуған көнөнә төҙөкләндерелеп, тирә-яҡҡа матурлыҡ өҫтәп, йәнә балҡып торор, тигән теләктә ҡалабыҙ», – тип яҙған Фирүзә Ибәтуллина.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, һәйкәл быйыл яҙ асылғайны. Авторы – скульптор Хәлит Ғәлиуллин. Һәйкәлде ҡуйыу өсөн район хакимиәте бюджетынан аҡса бүленгән, шулай уҡ урындағы эшҡыуарҙар һәм халыҡ ҡулынан килгәнсә ярҙам күрһәткән.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2022-11-16/v-bashkirii-ubrali-pamyatnik-hanii-farhi-3031277

Фирүзә Ибәтуллина/vk.com
Фото: Фирүзә Ибәтуллина/vk.com
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика