
9 ноябрҙә Өфөлә Ғ.Камал исемендәге татар дәүләт академия театрының гастролдәре башланды. Иң тәүҙә камалдар Кәрим Тинчуриндың Фәрит Бикчәнтәев сәхнәләштергән «Һүнгән йондоҙҙар» спектакленә саҡырҙы.
«Өфө «Нур» татар дәүләт театрына тамашасылар эркелеп килде. Сәхнәнән сәләмләү һүҙе менән Ғ.Камал исемендәге театрҙың баш режиссеры Фәрит Бикчәнтәев, «Нур» театры директоры Фирҙәт Ғәбиҙуллин һәм М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры директоры Иршат Фәйзуллин сығыш яһаны», — тип хәбәр итте «Нур» театрының матбуғат хеҙмәте.
Театр 8 спектакль алып килгән, улар араһында һуңғы йылдарҙағы премьералар һәм легендар «Зәңгәр шәл» бар. Гастролдәр «Нур» татар дәүләт һәм М.Ғафури исемендәге драма театрҙарында 16 ноябргә тиклем бара.

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.