10:29 (UTC+5), 09 Ноября 2022

Инера Хазырова «Мисс Офис 2022» гүзәллек конкурсында Башҡортостан исеменән сығыш яһай

Фото: конкурстың социаль селтәрҙәре
Ләйлә Аралбаева

Инера Хазырова «Мисс Офис 2022» халыҡ-ара гүзәллек конкурсында Башҡортостан исеменән сығыш яһай. 26 йәшлек Стәрлетамаҡ ҡыҙы финалға сыҡты. Өс йылда ул страховка компанияһында агенттан башҡарма директорға тиклем хеҙмәт юлы үткән. Уның һүҙҙәренсә, сағыулыҡ, аралашыусанлыҡ һәм тәүәккәллек — юғары һөҙөмтәләргә ирешергә ярҙам иткән сифаттар.

«Бейеү һәм тауға артылыу — яратҡан шөғөлөм генә түгел, ә йәшәү рәүешем, — ти Инера. — Клиенттың бәхетле күҙҙәрен күрһәм, үҙемә ышанысым арта, был мине яңынан-яңы еңеүҙәргә сәмләндерә. «Мисс Офис» конкурсы — яңы донъяға ишек, яңы таныштар, тәьҫораттар донъяһы, үҙеңде икенсе яҡтан асыу».

«Мисс Офис» — йыл һайын Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең офис хеҙмәткәрҙәре араһында уҙғарылған Халыҡ-ара матурлыҡ конкурсы. Унда офиста эшләгән 20-35 йәшлек гүзәл заттар ҡатнаша. Төп бүләк — 3 миллион һум. Шулай уҡ финалда сәйәхәттәр, гаджеттар, ювелир биҙәүестәр, дизайнер кейемдәре, иң яҡшы SPA-үҙәктәрендә программалар һәм башҡа ҡиммәтле бүләктәр уйнатыла.

7 ноябрҙә 13-сө «Мисс Офис» конкурсы финалсылары шоуға әҙерләнеү өсөн Мәскәүгә килде.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2022-11-09/inera-hazyrova-predstavlyaet-bashkiriyu-na-konkurse-krasoty-miss-ofis-2022-3022090

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика