
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йыл тулыуға бағышланған мәҙәни акция дауам итә. Баш ҡаланың төрлө урындарында «Шағир көндәлеге» кинокартинаһының ижади төркөмө һәм актерҙары менән осрашыуҙар ойошторола, нәфис фильм күрһәтелә, тип хәбәр итә Өфөнөң Мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте.
11 һәм 18 ноябрҙә ошондай саралар Өфөнөң Дим районында – «Орион» ижад һарайында (Таллин урамы, 17) үткәрелә. Көндөҙгө сәғәт 12-лә һәм 4-се яртыла башлана.
15 ноябрҙә фильмды Ҡала мәҙәниәт һарайында (Октябрь проспекты, 137) көндөҙгө сәғәт 12-лә һәм 3-тә ҡарарға мөмкин.
18, 21, 22 һәм 23 ноябрҙә Черниковкала Рәми Ғариповҡа арналған марафон башлана. Был көндәрҙә Мәҙәниәт һәм халыҡ ижады үҙәгендә (Тыныслыҡ урамы, 12) көндөҙгө сәғәт 12-лә «Шағир көндәлеге» фильмы күрһәтелә һәм картина авторҙары менән ижади осрашыу була.
Өфөнөң мәҙәни-ял үҙәге (Беренсе Май урамы, 47) – 23 ноябрҙә, «Моторҙар эшләүселәр» мәҙәниәт һарайы (Машина эшләүселәр урамы, 10) 25 ноябрҙә саралар уҙғара. Сеанстар көндөҙгө сәғәт 12-лә һәм 3-тә башлана.
Сипайлово биҫтәһендә йәшәүселәрҙе 21 ноябрҙә Йәш тамашасы театрына (Ю. Гагарин урамы, 16/2) саҡыралар. Саралар көндөҙгө сәғәт 12-лә һәм 3-тә башлана.
Өфө балалар филармонияһы (Октябрь проспекты, 33) 22 ноябрҙә көндөҙгө сәғәт 12-лә һәм 3-тә осрашыуҙар ойоштора, кино күрһәтә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, марафон 1 ноябрҙә Затон биҫтәһендә старт алғайны, артабан фильм «Сәнғәт төнө»ндә В.И.Ленин исемендәге йорт-музейға килеүселәргә күрһәтелде. Өфө ҡалаһы тарихы музейында (Ленин урамы, 72) саралар 2023 йылдың февраленә тиклем шишәмбе-йома көндәрендә уҙғарыла.
Фильмды «Пушкин картаһы» йәки ҡулаҡса менән түләп ҡарарға мөмкин.
«Шағир көндәлеге» фильмы Башҡортостан Башлығы, Мәҙәниәт министрлығы һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы булышлығында төшөрөлгән.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.