14:34 (UTC+5), 03 Ноября 2022

Өфөлә журналистарға Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия тапшырылды

Фото: Айрат Нурмөхәмәтов
Альмира Давлетбаева

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтендә 2022 йылда иң яҡшы журналист эштәре өсөн Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия тапшырыу тантанаһы үтте. Быйыл премияға 13 авторҙың һәм 1 ижади коллективтың эштәре тәҡдим ителгәйне. Уларҙың өсәүһе лауреат исеменә һәм Башҡортостан Хөкүмәтенең 100 мең һумлыҡ премияһына лайыҡ булды.

Тантананы Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе, республика хөкүмәте ҡарамағындағы Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияны тапшырыу буйынса комиссия рәйесе урынбаҫары Максим Ульчев асты:

– Дәғүәселәр араһында лайыҡлылар күп, еңеүселәрҙең һәм медиаөлкәнең иң яҡшы вәкилдәренең исемдәрен иғлан итеү еңелдән булманы. Бөгөн беҙ ҙур ижади потенциалға эйә булған авторҙарҙы, шул иҫәптән заманса баҫма матбуғатты үҫтереүгә тос өлөш индергән журналистика ветерандарын тәбрикләйбеҙ, – тип билдәләне Максим Владимирович.

Быйылғы лауреаттар араһында Тәлғәт Сәғитов та бар. Эссе жанрындағы «Хәтер ипкендәре» хәтирәләр йыйынтығында ХХ быуаттың икенсе яртыһындағы йәмғиәт, республика тормошо һүрәтләнгән.

Фәнзил Санъяров республиканың киң мәғлүмәт сараларында баҫылған замандаштар тураһында мәҡәләләр циклы өсөн Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға лайыҡ булды.Ул очерксы булараҡ билдәле, мәҡәләләренең геройҙары – хеҙмәт кешеләре. Фәнзил Бүләк улы йәш журналистарҙың формалашыуына әүҙем ярҙам күрһәтә.

Айгөл Усманова – республиканың билдәле журналистарының береһе, Башҡортостандың күренекле рәссамдары, музыканттары, уҡытыусылары, башҡа мәҙәниәт һәм мәғариф эшмәкәрҙәренең ижадына арналған бик күп телефильмдар һәм мәҡәләләр авторы.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2022-11-03/v-ufe-zhurnalistam-vruchili-premii-im-shagita-hudayberdina-3015021

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика