
8-11 ноябрҙә Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең Удмурт Республикаһында «Ҙур гастролдәре» ойошторола. Концерттар Рәсәй Мәҙәниәт министрлығының Бөтөн Рәсәй гастроль-концерт планына ярашлы «Беҙ – Рәсәй» федераль программаһы сиктәрендә үткәрелә.
Программала башҡорт хореографияһы классикаһы: «Зарифа», «Ете ҡыҙ», «Гөлнәзирә» бейеүҙәре һәм ансамбль репертуарынан башҡа бейеүҙәр тәҡдим ителә. Ғәскәровсылар Рәсәй халыҡтары: татар, ҡалмыҡ, алтай, мордва, рус бейеүҙәрен дә башҡара, тип хәбәр итә коллективтың матбуғат хеҙмәте.
Ансамблде 1939 йылда хореографияның бөйөк мэтры Игорь Моисеевтың уҡыусыһы Фәйзи Ғәскәров ойошторған. Ошо 82 йыл эсендә артистар 60 илдә булған, донъя аренаһында милли мәҙәниәтебеҙҙе һәм сәнғәтебеҙҙе лайыҡлы күрһәткән. Ансамбль ЮНЕСКО-ның «Биш ҡитға» алтын миҙалы һәм «Донъя илсеһе» дипломы менән бүләкләнгән.
Башҡорт дәүләт бейеү ансамбле – Рәсәйҙең төп профессиональ бейеү коллективтарының береһе. Бөгөн коллектив Башҡортостан хореография ижадының визит карточкаһы булып тора. Ансаблдең һәр концерты – боронғо башҡорт легендалары мөхитен, боронғо лирик эпостарҙың иҫ киткес образдарын тыуҙырған һоҡланғыс тамаша.

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.