13:40 (UTC+5), 26 Октябрь 2022

Салауат  театрында премьера: «Ынйыҡай менән Юлдыҡай» спектакле яңынан башҡорт сәхнәһенә ҡайта

27 октябрҙә Салауат дәүләт драма театрында «Ынйыҡай менән Юлдыҡай» шиғри драмаһының премьераһы була.

Авторы — билдәле башҡорт яҙыусыһы, тел белгесе, фольклорсы, йәмәғәт эшмәкәре Хәбибулла Ғәбитов. Пьеса 1924 йылда яҙылған һәм баҫылып сыҡҡан. XX быуаттың 20-30-сы йылдарында был пьеса буйынса спектакль Башҡорт драма театрында бик популяр булған. Әммә 1935 йылда Хәбибулла Ғәбитов ҡулға алынғандан һуң спектакль репертуарҙан төшөрөп ҡалдырылған. Ғәбитов китабының тексы ғәрәп графикаһы нигеҙендә донъя күргән, ә 2015 йылда Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана хеҙмәткәрҙәре уны хәҙерге башҡорт теленә тәржемә иткән. Инсценировка авторы — филология фәндәре кандидаты, З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты доценты, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Гөлсәсәк Саламатова.

«Әҫәрҙә һүҙ ике ғашиҡ йән — Ынйыҡай менән Юлдыҡай тураһында бара. Юлдыҡай — ябай ғаиләнән, 12 йәшенә тиклем ялсылыҡта йөрөгән, аҙаҡ һунарсылыҡ менән шөғөлләнә башлаған. Ынйыҡай — бай ҡыҙы. Ынйыҡайҙың атаһы уларҙың мөхәббәтенә ҡаршы һәм төрлө юлдар менән йәштәрҙе бер-береһенән айырырға тырыша», — тип белдерҙеләр театрҙың матбуғат хеҙмәтендә.

Режиссер — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Ш.Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Рөстәм Хәкимов. Сәхнә биҙәлеше — Рөстәм Баймөхәмәтов, костюмдар буйынса рәссам — Сәлимә Усманова, яҡтыртыу буйынса рәссам — Айҙар Йосопов. Композитор — Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Юлай Үҙәнбаев, хореограф — Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сулпан Асҡарова.

Спектакль «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Кесе Ватан мәҙәниәте» проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Спектакль башҡорт телендә бара. Текст рус теленә синхрон тәржемә ителә.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2022-10-26/premiera-v-salavatskom-teatre-spektakl-ynyykay-i-yuldykay-vozvraschaetsya-na-bashkirskuyu-stsenu-3003881

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика