17:08 (UTC+5), 07 Октября 2022

Стәрлетамаҡтың Башҡорт драма театрына Илшат Йомағоловтың исеме бирелде

Ләйлә Аралбаева

6 октябрҙә Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең Башҡорт драма театрына театр эшмәкәре Илшат Йомағоловтың исемен биреү тантанаһы уҙҙы. Актер, драматург һәм педагог, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илшат Йомағоловтың 90 йәше уңайынан театр-концерт берләшмәһендә уның бюсы ҡуйылды, тип хәбәр итә республика Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Илшат Йомағоловтың бюсын асыу тантанаһында Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры урынбаҫары Алмаз Сәйетов, Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Артур Ғафаров, Көйөргәҙе районы ҡоролтайының район башҡарма комитеты рәйесе Юлай Ишмөхәмәтов, Театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе Әхтәм Абушахманов, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев премияһы лауреаты Гөлдәр Ильясова һәм Илшат Хәлил улы Йомағоловтың тормош иптәше — Башҡортостандың халыҡ артисы Рәмзиә Хисамова ҡатнашты.

— Илшат Хәлил улы — ошо театрға нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Уның театрҙы үҫтереүгә индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ, — тине Алмаз Сәйетов. — Илшат Хәлил улы бөтә ғүмерен башҡорт театр сәнғәтенә хеҙмәт итеүгә арнаны. Сәхнә оҫтаһы республика театр сәнғәтенең алтын фондына ингән байтаҡ ролдәр ижад итте, бер төркөм актерҙар тәрбиәләп сығарҙы. Уның икенсе булмышы — драматургия. Илшат Йомағоловтың 1967 йылда яҙылған  «Нәркәс» трагедияһы абруйлы театр фестивалдәре бүләктәренә һәм премияларына лайыҡ булды. Республика театрҙарында ла, унан ситтә лә уның пьесалары буйынса спектаклдәр сәхнәләштерелде. Бөгөн театрға Илшат Йомағоловтың исемен бирәбеҙ һәм талантына, яҡты хәтеренә ихтирамыбыҙҙы белдерәбеҙ.

Тантаналы саранан һуң ҡунаҡтар актер, режиссер, педагог һәм драматургтың биографияһына, ижадына арналған күргәҙмәне, шулай уҡ уның «Һөйәрҙәргә ҡапҡан» спектаклен ҡараны. 

https://www.bashinform.ru/news/culture/2022-10-07/bashkirskomu-dramaticheskomu-teatru-sterlitamaka-prisvoeno-imya-ilshata-yumagulova-2980898

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика