

9 һәм 10 ноябрҙә Ырымбур өлкәһенең Максим Горький исемендәге дәүләт драма театры сәхнәһендә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының спектаклдәре күрһәтелә.
Театрҙың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, гастролдәр репертуарында — өс спектакль. Башҡорт театры коллективы Ырымбур тамашасыларына һуңғы йылдарҙағы премьераларҙы тәҡдим итә:
9 ноябрҙә киске сәғәт 7-се 30 минутта — «Зөләйха күҙҙәрен аса» (Гүзәл Яхина романы буйынса, инсценировка авторы — Ярослава Пулинович, режиссеры — Айрат Абушахманов).
10 ноябрҙә көндөҙгө 12-лә — «Әмилә» (Н. Крашенинниковтың романы буйынса Азалия Балгазина инсценировкаһында, пластика буйынса режиссер — Алина Мостаева).
10 ноябрҙә киске 7-се 30 минутта «Һинһеҙ килгән яҙҙар» (Зифа Ҡадирова, режиссеры — Айрат Абушахманов).
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ошо көндәрҙә Башҡорт драма театры сәхнәһендә Ғ.Камал исемендәге Татар академия драма театры сығыш яһай.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.